Муниципальный район Зилаирский район Республики Башкортостан

Поздравление главы Администрации Б. Н. Мелкоедова с Днем семьи, любви и верности.

20

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән, дуҫтар!
Ғаилә - киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ата-әсә - ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар - көҙгөһө. Һөйөп-һөйөлөп йәшәгән, ололарҙы хөрмәт иткән, тәүфиҡлы балалары булған кешеләр генә тулыһынса бәхетле булалыр.
Беҙҙең районда ныҡлы, татыу, унда тәрбиәләнгән талантлы, ижади һәләтле, ә иң мөһиме, бәхетле балалы ғаиләләр бик күп! Күп йылдар бергә ғүмер юлын үтеүселәргә һәм яңы ғаилә ҡорған йәштәргә, барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, именлек, күңел тыныслығы, ғаилә бәхете теләйеm. Ҡорған ғаиләләрегеҙ ныҡ, мөхәббәтегеҙ мәңгелек булһын! Ҡабыҙған ғаилә усағын һүндермәй, өйөгөҙ йәмен һаҡлап, бәхеттәргә төрөнөп йәшәгеҙ!