Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Зилаирский район Республики Башкортостан

Йылайыр районында милли проекттар тормошҡа уңышлы ашырыла.

5 Февраля 2020
25
0

Йылайыр районында милли проекттар тормошҡа уңышлы ашырыла. “Ҡанатлан” республика мәғариф проекты сиктәрендә, Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында “Сәләмәт йылмайыу” модуле файҙаланыуға тапшырылды. Хәҙер Йылайыр уҡыусылары теш табибына эләгеү өсөн, сиратта ултырмаясаҡ. Был проблеманы улар, уҡыуҙан айырылмай ғына, гимназия эсендә хәл итә ала. Тәжрибәле стоматолог Алексей Харитонов заманса йыһазландырылған стоматология бүлмәһендә уҡыусыларҙы графикка ярашлы ҡабул итә. Бынан тыш, табипҡа райондың башҡа ауылдары мәктәптәре балалары ла эләгә ала.