Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Зилаирский район Республики Башкортостан

Яратҡан эш емешле

22 августа 2018
41
0

            Уҡытыусы! Ниндәй гүзәл исем!

Кеше итеп һине әҙерләй.

Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,

Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй. (P.Fәpипов).

Һүҙем район үҙәгендәге Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Әлмирә Әмир ҡыҙы Билалова тураһында. Әлмирә Әмир ҡыҙы хеҙмәт юлын 1982 йылда, Салауат педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, Бикйән башланғыс мәктәбендә башлай. Унан һуң балаларға белем биреүен 'Каҙырша башланғыс мәктәбендә дауам итә, ситтән тороп Стәрлетамаҡ пединститутының башланғыс кластар факультетына уҡырға инә. Институтты уңышлы тамамлағандан һуң, юғары белемле башланғыс кластар уҡытыусыһы дәртләнеп хеҙмәт юлын дауам итә. Көн һайын куңеле ятҡан эшенә, яратҡан уҡыусыларына талпынып килә.

Әлмирә Әмир ҡыҙының һәр бер дәресе - тормош ha6aғы. Ул дәрестәрен шул тиклем ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп, заманса алымдар ҡулланып алып бара. Уҡыусылары өсөн көсөн дә, үҙен дә, ваҡытын да йәлләмәй. Һәр кемеһе өсөн янып-көйөп, мәктәп тормошо менән ҡайнап йәшәй. Шуға ла Әлмирә Әмир ҡыҙының уҡыусылары район һәм республика күләмендә ҙур еңеүҙәргә өлгәшә. Уҡыуҙа ғынa ла түгел, йыр-бейеу, шиғыр һөйләү буйынса ла алдынғылар рәтендә улар. Әлбиттә, тырышып эшләгән уҡытыусының эшен баһаламау мөмкин түгел. 2000 йылда Әлмирә Әмир ҡыҙы БР-ның «Мәғариф алдынғыһы» тигән билдә менән бүләкләнә. Ә теүәл биш йылдан «Башҡортостан Республикаһыньң атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Әлмирә Әмир ҡыҙы киләсәк быуынға белем биргән тырыш, уңған уҡытыусы ғына түгел, ә тәрбиәсе лә, әйҙәусе лә, балаларға икенсе әсәй ҙә ул.

Яңы уҡыу йылында Әлмирә Әмир ҡыҙына ижади уңыштар, үҙе кеүек тырыш, тьңлаулы уҡыусылар, ғаилә бәхете, ныҡлы һаулыҡ: һәм тағы ла юғарыраҡ үрҙәр теләйбеҙ.

Гөлгенә Рыҫкилдина,

Ш.Бабич исемендәге Башҡорт гимназияһы директоры урынбаҫары.

Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы-Йылайыр мәғлүмәт үҙәге.

  • Яратҡан эш емешле