Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Зилаирский район Республики Башкортостан

Ҡартлыҡтың үҙ матурлығы

6 февраля 2018
23
0

Шәмбе көнө район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин, райондың ЗАГС бүлеге мөдире Г.Ф. Ҡашҡарова менән ауыл биләмәһе башлығы И.А.Амантаев оҙатыуында  Яманһаҙ ауылында йәшәүсе Шәрифә Маннапованы 90 йәше тулыу уңайынан ҡотларға килде. 

- Һеҙҙе оло юбилейығыҙ менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ. Оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, тыныс ҡартлыҡ теләйбеҙ, - тип изге теләктәрен еткерҙе Илгиз Лирман улы. – Бына бүләктәр менән бергә республика башлығы Рәстәм Зәки улы Хәмитовтың һәм илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путиндың да ҡотлау хаттарын алып килдек.

 Күпте күргән, күпте кисергән инәй,  һаулығы ҡаҡшап тороуға ҡарамаҫтан, салт зиһенле, яҡшы хәтерле, йор һүҙле.

- Йыл һайын ҡотлап тора ул Путин, рәхмәт инде. Тик үҙе генә килеп сыҡмай, - тип яуапланы. Район башлығы инәйҙең шаяртыуын ихлас ҡабул итеп, уның йөҙ йәшенә Президентты саҡырырға вәғәҙә бирҙе.

  Ауыл биләмәһе башлығы Ислам Амантаев матур теләктәр әйтеп, инәйҙең тормош юлы менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте. Уның:

- Ғүмер буйы Шәрифә инәй ауыр эштәрҙә эшләне, лайыҡлы хеҙмәт юлы үтте,- тиеүен дә шаяртыуһыҙ ҡалдырманы юбиляр:

-Наҙан булғас, һәр ваҡыт ҡара эштә йөрөнөм, шуға күрә балаларымдың бөтәһенең дә белем алыуын теләнем...

Ысынлап та балаларының араһында төрлө һөнәр эйәләре бар: уҡытыусы, токарь, шәфҡәт туташы, юрист , китапханасы, шофер... Үкенескә ҡаршы, Шәрифә Рәхимйән ҡыҙы менән Әхмәт Миңлеғәле улы Маннаповтарҙың мөхәббәт емеше булып тыуған 8 баланың 4-әүһе был донъяла юҡ инде. Йәшләй генә тол ҡалып,  бер үҙе аяҡҡа баҫтырған балаларының ҡайғыларын да сабыр үткәрә белде Шәрифә инәй. Аллаһы Тәғәлә яратҡан бәндәһенә һынауҙарҙы ла күберәк бирә тиҙәр: өс йәшенән генә әсәйһеҙ ҡалып, атаһы Бөйөк Ватан һуғышына киткәс, үгәй ҡулында тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып үҫкән ҡыҙ, барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла түҙемлек, ҡара тырышлыҡ менән үтеп өйрәнә. Фермала мал ҡарауҙа ла, ырҙын табағында ла, совхоз баҡсаһында ла, ҡарауылсы ла булып эшләргә тура килә уға. Ишле баланы аяҡҡа баҫтырыр өсөн ғүмер буйы шәл бәйләп һата, юҡты бар итергә тырыша, бөтөн әйберҙең иҫәп яратыуын яҡшы белә.

Әлеге көндә 10 ейән-ейәнсәренә, 8 бүлә-бүләсәренә шатланып, ошо көнитмешенән ҡәнәғәт булып, балаларының хәстәренә, ихтирамына һөйөнөп йәшәй. Яҡындары килеүгә өй икмәге һала, самауыры ҡайнап һәр ваҡыт өҫтәлдә ултыра. Балалары IP-телевидение үткәреп биргәндәр, рәхәтләнеп Башҡортостан юлдаш һәм “Ҡурай” каналдарын ҡарай, үҙебеҙҙең моңобоҙҙо-йырыбыҙҙы тыңлап кинәнә, “Салауат Юлаев” командаһының тоғро көйәрмәне лә икән. “Бөтә хоккейсыларҙы танып, исемләп әйтеп ултыра”, - ти балалары.

Йәшәү матурлығын тойоп, тормош ҡәҙерен белеп йәшәүсе, һаман да һөйкөмлө һәм мөләйем булып ҡалған Шәрифә инәйгә артабан да ныҡлы һаулыҡ, тыныс ҡартлыҡ, балалар-ейәндәр бәхете теләйбеҙ. Сөнки балалары бәхетле булғанда ғына әсә йөрәге тыныс, йоҡолары татлы, иртәләре һөйөнөслө була. Ошо бәхеттән айырмаһын Хоҙай.

Зөлфирә ҠОҘАШЕВА.  

Автор фотоһы.

Йылайыр мәғлүмәт үҙәге

  • Ҡартлыҡтың үҙ матурлығы