Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Зилаирский район Республики Башкортостан

Ғаилә йылының тәүге сабыйҙары

12 января 2018
11
0

Яңы йылда һәр кемебеҙ мөғжизәгә өмөт итә. Уйламағанда ғына уңыш ктлеүеме, әллә яҡындарыңдан, дуҫтарыңдан көтөп алынған яңылыҡмы – уныһы бер ҙә мөһим түгел. Иң мөһиме – ышаныу. Ә инде “мөғжизә” тигәнең бала ҡыуанысы менән бйәле булһа, быныһы инде бар шатлыҡтарҙың да иң шатлыҡлыһы.

Мәҫәлән, республика баҫмаларында хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы йыл Өфөләге Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы һәм Башҡортостандың дөйөм демографик хәле өсөн ҡыуаныслы ваҡиғанан башланған: бында өс игеҙәк бала донъяға килгән. Бәхеттәре өсләтә ишәйгән ғаилә Нефтекама ҡалаһынан икән. Табиптар быны бик һирәк була торған хәл ти. 2017 йылда өс игеҙәк беҙҙең республикала ике тапҡыр ғына тыуған икән. Әйткәндәй, Яңы йыл төнөндә беҙҙең республикала 17 бала донъяға килгән, уларҙың ун бере – ҡыҙҙар. Октябрьский ҡалаһындағы ҡыҙсыҡ хатта Кремель куранттары туҡьау менән үк – төнгө 00 сәғәт 03 минутта – донъяға килгән. Сағыштырыу өсөн: былтырғы яңы йыл төнөндә 13 бала тыуған.

Беҙҙең район халҡы ла яңы йыл байрамдары осоронда ике бәләкәй гражданға артҡан. Икенсе ғинуарҙа ҡыҙ бала донъяға килһә, 10-ында малай тыуғн. Ата-әсәләрегеҙгә иш булып, һау-сәләмәт, бәхетле үҫегеҙ бәләкәстәр!

Зөбәржәт Һиҙиәтова.

 Йылайыр мәғлүмәт үҙәге.

  • Ғаилә йылының тәүге сабыйҙары