Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Зилаирский район Республики Башкортостан

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ иҫтәлегенә

24 Октября 2017
20
0

Ошо көндәрҙә Мәҡсүт ауылы халҡы өсөн бик иҫтәлекле ваҡиға булып үтте: ауылдың Дан паркында яугир–яҙыусы, уҡытыусы, журналист Әмир Моратовҡа обелиск ҡуйылды. Тантанала билдәле яҡташыбыҙҙың балалары, туғандары, коллегалары, ауылдаштары ҡатнашты. Район хакимиәте исеменән район башлығының беренсе урынбаҫары М.С. Солтанов сығыш яһаны.

Бәләкәй генә Мәҡсүт ауылынан бар республикаға билдәле оло шәхестәр сыҡҡан. Былтыр йәшләй генә вафат булған ғалим, филология фәндәре кандидаты 3.F.Исҡужин иҫтәлегенә таҡтаташ асҡан ваҡытта ҡасандыр ошо ауылда йәшәп һәм уҡытыусы булып эшләп киткән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы Ә.Ф.Моратовҡа ла таҡтаташ асырға кәрәклеге хаҡында һүҙ сыға. Был һөйләшеүҙе әҙиптең балалары күңелдәренә һалып ҡуя һәм, оҙаҡҡа һуҙмаҫтан, изге ниәттәрен тормошҡа ла ашыра.

Әмир Фәттәх улының туғаны Илшат Алғошаев ҡурайҙа уйнаған мәшһүр “Урал” көйө аҫтында “Әмир Фәттәх улы Моратов” (1926-2003), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, мәғариф, матбуғат ветераны, шағир һәм яҙыусы” тигән һүҙҙәр уйылған обелиск ауылдың иң күркәм ерендә урын алды.

Сара Мәҡсүт зыяратында ерләнгән барлыҡ әруахтар рухына аят бағышлау менән башланып китте. Был изге бурысты әҙиптең кейәүҙәре Рәфҡәт Иҙрисов менән Әхмәтшәкир Бураншин үҙ өҫтөнә алды.

Тантананы Ҡашҡар мәҙәниәт йорто мөдире Зарифа Юламанова, ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Гөлиә Мостафина, әҙиптең шиғырҙары менән үреп, бик матур итеп алып барҙы. Ә.Моратовтың коллегалары, матбуғат ветерандары Ильяс Такалов, Фәрит Рәмов, мәғариф ветерандары Хәмдиә Биктимерова, Рәхимә Юламанова, Ҡашҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөһрә Зәйнуллина, әҙиптең балалары, туғандары, ауылдаштары, уны йылы һүҙҙәр менән иҫкә алып, хәтирәләргә сорналдылар, бай ижадына, шәхес булараҡ үҙенә ҙур баһа биреп, ихлас сығыш яһанылар.

Әмир Фәттәх улының васыяты буйынса обелиск “Славянка маршы” аҫтында асылды. Сөнки үҙе тере сағында ҡыҙы Гөлсирә менән һөйләшкәндә ул: “Мине ерләгәндә “Славянка маршы” менән күмерһегеҙ. Беҙҙе фронтҡа ла ошо маршты уйнатып оҙаттылар, һуңғы юлға киткәнемдә лә шул марш уйнаһа ине”, - тип әйткән булған. “Ошо васыятты үтәмәгәнгә бөгөнгәсә йөрәгем һыҙланы. Бына, ниһайәт, атайымдың васыятын үтәнек, иңемдән тауҙай бурыс төшкәндәй тойолдо”, - ти Гөлсирә Әмир ҡыҙы.

-       Атайым иҫ китмәле алсаҡ, мөләйем, ябай кеше ине. Уның эшһөйәрлегенә, яуаплылығына әле лә һоҡланабыҙ. Мәҡсүттә алты-ете йыл ғына эшләп китһә лә, был ауыл өсөн ҙур эштәр атҡарып өлгөргән ул, - ти әҙиптең улы Венер. – Магазин, медпункт, клуб төҙөтөүҙе, ауылға стационар телефон үткәреүҙе йүнләгән. Үҙебеҙҙең өй-йорт өсөн әллә ни табырға тырышмаһа ла, дәүләт, халыҡ өсөн бар көсөн биреп эшләр ине.

-       Ул ҙур йөрәкле, кешелекле булды, бер ҡасан да үҙе тураһында түгел, башҡалар тураһында уйланы, - тип өҫтәне ҡыҙы Флүрә Бураншина.

-       Иленә һәм халҡына ғүмер буйы тоғро хеҙмәт иткән кеше. Тыйнаҡ, әҙәпле булды, уның күңел байлығына, ижади һәм рухи мираҫына һоҡланып туйғыһыҙ, - тине үҙенең сығышында ветерандар советы рәйесе Рәхимә Юламанова. Ул Ә.Ф.Моратовтың тормош һәм ижад юлына байҡау яһаны, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

-       Ата-әсәһе малай тыуғас, уны әҙәпле, маҡсатлы, илһөйәр, рухлы булһын тигәндәрҙер инде, шуға Әмир тигән исем биргәндәрҙер, - тине Ҡашҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы.- Рәхмәтемде уның маҡсатлы, тәрбиәле итеп үҫтергән балаларына еткергем килә. Улар беҙгә маяҡ булып тора. Моратов фамилияһын йөрөтөүселәр уны ғорурлыҡ менән йөрөтөргә хаҡлы, беҙ ҙә яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ.

Сығыш яһаусылар шулай уҡ Әмир ағай менән Мәүлитбикә апайҙың пар күгәрсендәр кеүек гөрләшеп, мөхәббәтле, тиң йәшәүҙәрен, башҡалар өсөн өлгө булып тороуҙарын да бер нисә тапҡыр әйтеп үттеләр.

-       Бөгөнгө сараны ойоштороусыларға бик ҙур рәхмәт әйтке килә, - тине Ильяс Такалов үҙенең сығышында. – Шулай уҡ беҙҙең ауылдан сыҡҡан профессор Шәһит Бикбулатовҡа, йырсы Фәрит Бикбулатовҡа таҡтаташ эшләү тәҡдиме менән туғандарына сыҡтыҡ. Улар риза, икенсе йыл был ҙур эште атҡарып ҡуйырбыҙ тип уйлайым.

Ильяс Исмәғил улының фекеренсә, ауылдың Дан паркы киләсәктә яңы таҡтаташтар, обелисктар менән тулыланыр. Сөнки Мәҡсүттән сыҡҡан ғалимдар, төрлө өлкәләрҙә үҙ эшенең оҫталары булып танылған һәм атҡаҙанған хеҙмәткәр исемдәренә лайыҡ булған ауылдаштары етерлек. Был тәҡдимде лә мәҡсүттәр риза булып, алҡышлап ҡаршы алды.

Сарала Әмир Фәттәх улының бик күп шиғырҙары яңғыраны, Зарифа Юламанова башҡарыуында “Түңгәүер” гимны башҡарылды. Һуңынан барыһы ла бергә иҫтәлеккә фотоға төштө, әҙиптең туғандары әҙерләгән мул табын янына йыйылып, йәнә хәтирәләргә бирелде.

 

Зөлфирә Ҡоҙашева

 Венер Моратов фотолары

Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф
  • Арҙаҡлы яҡташыбыҙ иҫтәлегенә
  • Арҙаҡлы яҡташыбыҙ иҫтәлегенә