Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Зилаирский район Республики Башкортостан

Йылайыр ауылында Преображенский сиркәүе төҙөкләндерелә

3 ноября 2021
5
0

Йылайыр ауылындағы Преображенский сиркәүендә төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Тарихи объект 18 быуатта Преображенский заводы хужаһы Михаил Пашков тарафынан төҙөлә. Әле үҙенсәлекле сиркәүҙә эске эштәр башланған.Тарихсы Виктор Еремкин Йылайыр ауылындағы Преображенский сиркәүенең тарихын үҙенең биш бармағы кеүек белә. Өс йөҙ йыллыҡ объект Йылайыр районы тарихы менән генә түгел, ә тотош республика һәм ил тарихында теркәлгән бихисап ваҡиғалар менән бәйле, ти тарихсы. Преображенский сиркәүе тарихы 18 быуатҡа ҡайта. Ул ваҡытындағы Көньяҡ Уралдағы иң ҙур баҡыр иретеү заводтарының хужаһы Михаил Пашков инициативы буйынса төҙөлә. Тик үткән быуаттың 30-сы йылдарҙағы санкциялар сәбәпле сиркәүҙең ҙур көмбәҙен һүтеп алалар һәм 1961 йылдан 1989 йылғаса бинала кинотеатр урынлаша. 2020 йылда ғына ғибәҙәтхана ла төҙөкләндереү эштәре башлана. Үҙенсәлекле объектың юғары нөктәлә урынлашыуы уны Рәсәйҙәге иң бейек сиркәүҙәрҙең береһе тип таныта. Ғибәҙәтхана Санкт-Петербург ҡалаһындағы Александр Невский хөрмәтенә төҙөлгән Спасо-Преображенский сиркәүе проекты буйынса төҙөлә. 18 быуатта классицизм стилендә төҙөлгән үҙенсәлекле сиркәүҙә төҙөкләндереү эштәре 60% тамамланған. Проектка ярашлы тарихи объекты киләһе йылдың икенсе яртыһында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Сиркәүҙең бер-нисә тиҫтә йылдар буш тороу сәбәпле уның эске йыһазында, иҙәндән алып көмбәҙгә тиклем диуарҙарының насар хәлдә булыуы рестравациялауҙа бер-аҙ ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Шулай ҙа эштәр проектка ярашлы бара. Рестравациялау эштәре “Тарихи хәтер” проекты сикәрендә башҡарыла. Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов һүҙҙәренсә, үҙенсәлекле сиркәү киләсәктә районда эске туризымды үҫтереүгә ҙур этәргес бирәсәк. Бынан тыш, ғибәҙәтхананан Йылайыр йылғаһы янында урынлашҡан элекке баҡыр иретеү заводына тиклем йәйәүлеләр өсөн заманса тротуар эшләнәсәк.Йылайыр районының республика һәм федераль проектарында ҡатнашыуы, яңы инвестициялар йәлеп етеүе – киләсәктә райондың башҡа биләмәләрендә тарихи объектарҙы тергеҙеүгә, социаль обектар төҙөләсәгенә асыҡ дәлил.

  • Йылайыр ауылында Преображенский сиркәүе төҙөкләндерелә