Янғын һүндереү машинаһына гараж кәрәк!
28 Февраля 2021
3
Йылайыр районы Ҡыҙҙар – Биргән ауылы халҡы өҫтөнлө проектты яҡлап сыҡты. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” буйынса, урындағылар янғын һүндереү машинаһы өсөн модулле гараж төҙөү проекты менән сығыш яһаны. Районда янғын хәүефһеҙлеге – иғтибар үҙәгендә. Шуға ла был проектты тормошҡа ашырырға тырыша ауыл халҡы. Уҙған йылдарҙа Үркәс ауыл биләмәһе дәүләт һәм урындағыларҙың ярҙамы менән яңы техника алыуға, юлдарҙы төҙөкләндереүгә һәм зыярат кәртәләрен яңыртыуға өлгәшә.
Һылтанма:
https://bash.news/bash/news/146028
https://vk.com/tv_baimak?z=video-93153683_456241814%2Fdd1b288bb859b29d04%2Fpl_post_-93153683_7698