Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Зилаирский район Республики Башкортостан

Йылайыр районы халҡы-урындағы башланғыстар өсөн

26 Февраля 2021
2
0

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы – бәләкәй ауылдарҙы төҙөкләндереүгә, йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мөмкинлек бирә. Матрай ауылы биләмәһе халҡы  быйыл дәүләт ярҙамы менән врач амбулаторияһы бинаһын төҙөкләндерергә ниәтләй. Ауылда йәшәүсе Светлана Сәйфуллина.

00:00
00:00

Тәҙрәләрҙәр һалҡын бөркә, стеналарҙан буяу ҡойола. Әлбиттә, хеҙмәтләндереү санитар талаптарға яуап бирмәй.  Ауыл врач амбулаторияһы бинаһына бынан өс тиҫтә йыл элек нигеҙ һалынған, һәм бөгөнгәсә ул ремонт күрмәгән. Участка терапевты Флүрә Дмитриева.

СНХ 

Урындағы амбулатория тиҫтәнән ашыу ауылдарҙы хеҙмәтләндерә. Көнөнә 30-40-лап пациент ҡабул ителә. Медицина ярҙамын уңайлы шарттарҙа алыу өсөн биләмә халҡы дәүләт программаһында ҡатнашырға теләк белдергән. Инициатива төркөмө рәйесе Ирина Моргунова. 

Быға тиклем Матрай халҡы "Урындағы башланғыстарҙы хуплау"  программаһында ҡатнашып, тракторлы, арбалы булыуға өлгәште. Быйылғы проект та халыҡ мәнфәғәте өсөн ҡабул ителде.

 

Һылтанма: https://bash.news/bash/news/145724 

  • Йылайыр районы халҡы-урындағы башланғыстар өсөн