Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Зилаирский район Республики Башкортостан

Сик буйы һаҡсылары байрамына – яңы арт-объект

29 мая 2021
5
0

 

Сик буйы һаҡсылары көнөндә Йылайыр районы үҙәгендә урынлашҡан Хәрби дан скверында һәйкәл асылды.

Сик буйында хеҙмәт итеү – маҡтаулы, әммә шул уҡ ваҡытта хәүефле лә. Тыуған илде дошмандарҙан һаҡлау бурысы ята был төр ғәскәр һалдаттарына. Улар биргән анттарына бөгөнгәсә тоғро ҡала. Йылайырҙа сик буйы һаҡсыларына һәйкәл асыу идеяһын ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнаған, запастағы майор Ғәлим Әбүбәкиров күтәреп сыға. Уның ниәтен башҡа егеттәр ҙә хуплай.

Яңы асылған һәйкәл – хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған егеттәр исемен мәңгелләштереү ҙә. Хәҙер беҙҙең дә осрашыу урыны барлыҡҡа килде, тип уртаҡлаша сик буйы һаҡсылары.

Хәрби дан скверында яңы арт-объект – икенсе. Уҙған йылда бында яугир десантсыларға арналған һәйкәл урынлаштырылғайны. Хәрби Туғанлыҡ ойошмаһы алып барған эштәр, һис шикһеҙ йәш быуында илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләүҙә үҙ өлөшөн индерер.

 

Һылтанма: https://bash.news/bash/news/152283 

  • Сик буйы һаҡсылары байрамына – яңы арт-объект