Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Зилаирский район Республики Башкортостан

Һәр йортҡа - зәңгәр яғыулыҡ!

07.08.2018 11:06 — 01.01.1970 05:00
7

Bash.News (видеоһын ошонда ҡарарға мөмкин)

Йылайыр ҡасабаһында шәхси секторҙа газ үткәреү эштәре бара. Газ трассаһын һуҙыу йылдам башҡарыла. Проект буйынса, уны хеҙмәтләндереү ҡиммәт булмаһын өсөн газ үткәргес ер аҫтынан һалына. Яңы газ магистраленең оҙонлоғо 8 саҡрым. Ауылдың зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылыуы халыҡтың йәшәү кимәлен дә күтәрәсәк.

Салауат Амантаев, Йылайыр районы хакимиәтенең баш архитекторы: «Проект буйынса беҙҙең Йылайыр ҡасабаһында газ үткәреү эштәре бара. Проектҡа ярашлы рәүештә газ ер аҫтынан үткәрелә».

  • Һәр йортҡа - зәңгәр яғыулыҡ!