Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Зилаирский район Республики Башкортостан

Өлгөлө ғаилә

27.07.2018 10:07 — 01.01.1970 05:00
26

Bash.News (видеоһын ошонда ҡарарға мөмкин)

        Республика башлығы иғлан иткән конкурста көндән-көн күберәк социаль-әүҙем ғаиләләр ҡатнашырға теләк белдерә. Улар бөтәһе лә төп приз еңел атомобиль өсөн көс һынаша. Ысынлап та ауылдарының бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн янып йәшәгән, үҫешенә тос өлөш индергән ғаиләләр ихтирамға лайыҡ. Йылайыр районының Сәләх ауылында төпләнеп, тамыр йәйгән Иҫәнбаевтар тап ана шундайҙар рәтендә. Алты балаға ғүмер биргән татыу ғаиләгә өлгөлө исемен ауылдаштары биргән. Улар был данды республика күләмендә лә иҫбатларға йыйына.

Өсөнсө класты тамамлаған Мораҙым атаһынан бер тотам да ҡалмай. Тәпәй баҫып ҡул араһына инә башланғандан алып, йорт-ҡура тирәһендә ул атаһының төп ярҙамсыһы. Айбулат Иҫәнбаев бал ҡорттарын егерме йыл үрсетә. Башта ҡайныһы туй бүләге тип бер күс ябып бүләк иткән. Ике тиҫтә йыл эсендә ҡорт ғаиләләре егерменән ашҡан.

         Уларҙың ғаиләһендә һәр кемгә эш бүленгән. Шиғри күңелле Камилә йәшелсә үҫтереү өсөн яуаплы. Каникулдар осоронда бирелгән әҙәбиәтте лә күптән уҡып сыҡҡан. Оҙон йәй буйына теплицала ҡыяр тәрбиәләй. Ваҡытында һыу һибә, елләтә. Был эшенән яҡындары, үҙе лә бик ҡәнәғәт.

"Әсәне күреп ҡыҙ үҫә" тигәндән, өлкән ҡыҙҙар әсәләре һәм атаһының өлкән апаһы менән ҡунаҡ бүлмәһен биҙәй. Стеналарҙы тигеҙләгәндән һуң, был бүлмәлә сәскәле обойҙар йәбештереләсәк.Ауыл ерендә йәшәү шарттары ҡаланыҡынан һис кәм түгел, Нәзифә менән Фатима атай нигеҙендә зауыҡлы һәм заманса ремонт эшләргә ярҙам итә.

9-сы тиҫтәһен ваҡлаусы Фәрзәнә инәй был ишле ғаилә иң абруйлы кеше. Ул ейән-ейәнсәрҙәрен бағып ҡурсалап тороусы, рухи һәм әхләҡи ҡиммәттәрҙе еткереүсе лә. Оләсәләре ғүмере буйы күнегелгән ғәҙәтен ҡыуа: самауыр сәйе әҙерләй, күпереп торған икмәк һала.

Мөнирә һәм Айбулат Иҫәнбаевтарҙың бергә татыу ғүмер итеүҙәренә 24 йыл. Һәр ғаиләнең иҫтәлекле йылъяҙмаһы булған кеүек, уларҙың да тормошо тик еңеүҙәрҙән тора. Республика һәм Рәсәй конкурстарында призлы урындар, шиғыр һөйләү, бейеү, йыр ярыштарында ла улар еңеүселәр. Ауылдаштарына ярҙамсыл, өлкәндәргә ихтирамлы, балаларына мөхәббәтле ғаиләгә район хакимиәте башлығының рәхмәт хаты ла тапшырылған. Өлгө ал конкурсына видеороликтарҙы Иҫәнбаевтарҙың өлкән ҡыҙҙары төшөрәсәк.

"Өлгө ал" республика конкурсында ҡатнашыусы ғаиләләр менән беҙҙең телеканал таныштырып барасаҡ.

Гүзәл Хәмитова, Башҡортостан Юлдаш телеканалының баш мөхәррире: «Июль башында беҙҙең телеканал иғлан иткән “Өлгө ал” конкурсы дауам итә. Башҡортостанда йәшәгән һәр бер актив ғаилә был конкурста ҡатнаша ала. Бының өсөн 1 минутлыҡ видеояҙма яҙҙырырға һәм ғаризаны тултырырға кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт беҙҙең сайтта.»

          Конкурсҡа водеороликтар 9 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Әгәр һеҙҙең ғаиләгеҙ ишле, татыу, моңло һәм һәләтле бөтә республикаға өлгө булырлыҡ икән, рәхим итеп конкурста ҡатнашығығыҙ,Республика башлығының төп бүләге еңел автомобиль хужаһы булыу мөмкинлегенән ситтә ҡалмағыҙ...

  • Өлгөлө ғаилә