Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Зилаирский район Республики Башкортостан

Хыялдар тормошҡа аша

26.07.2018 09:21 — 01.01.1970 05:00
27

Bash.News (видеоһын ошонда ҡарарға мөмкин)

Биш йыл эсендә Йылайыр районы Иван-Ҡыуалат ауылы халҡы күп кенә хыялдарын тормошҡа ашыра алған. Урамдарҙы яҡтыртыу, һыуүткәргес, янғын һүндереү техникаһы алыу буйынса тәҡдимдәре граждандарҙың дөйөм йыйылышына ҡуйыла. Һуңынан улар урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына индерелә.

Иван-Ҡыуалат ауылы үҫмерҙәре баскетбол менән ике йылдан ашыу шөғөлләнә. Әммә күнекмә үткәреү өсөн шарттар күптән түгел генә булдырылған. Иҙәндәр алмаштырылып, түбә яңыртылыу менән спортзал танымаҫлыҡ бүлып үҙгәргән.

Мәктәп спорт залының иҙәне, ишектәре "Реаль эштәр" проекты сиктәрендә алмаштырылған. Был залды яңыртыу өсөн 600 мең һумға яҡын аҡса бүленгән. Бында уңайлы һәм хатта йәйге каникул мәлендә лә спорт залы буш тормай.

Район үҙәгенән ауылға тиклем һикһән километрҙан ашыу. Әммә халыҡ бында тулы тормош менән йәшәй. Йыл һайын Иван-Ҡыуалат ауылы граждандары үҙҙәренең ниндәй ҙә булһа ниәтен тормошҡа ашыра. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы уларға ауылдарын төҙөкләндерергә булышлыҡ итә. Баштараҡ халыҡты ылыҡтырыу ауырыраҡ булһа, хәҙер идеяларҙан төҙөк һыу үткәргес, электр яҡтыртыуы тормошҡа ашырылыуы һөҙөмтәһендә, халыҡ был программаларҙа әүҙем ҡатнаша.

Александр Назаров, Иван-Ҡыуалат ауыл биләмәһе башлығы: «Беҙҙә етмеш проценттан ашыу халыҡ дөйөм һыуүткәргес менән ҡуллана. Күптәренең йорттарында кер һәм һауыт-һаба йыуыу машиналары урынлаштырылған. Халыҡтың әүҙемлеге арҡаһында был программаны тормошҡа ашыра алдыҡ. Элегерәк ауылдаштар ауырыраҡ ҡуҙғала ине. Ә хәҙер бөтәһе лә әүҙем.»

Ауыл халҡы бер төптән булып ҡар таҙартыу техникаһы һәм янғын һүндереү машинаһы һатып алырға тигән ҡарар сығара. Был техника өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн урындағы башланғыстарҙы яҡлау программааһы сиктәрендә республика бюджетынан, икенсе өлөшө район ҡанаһынан бүленә, ә халыҡҡа етмәгән сумманы түләргә, йә булмаһы эш барышында ярҙам итергә генә ҡала. Быйыл граджандар тәҡдимен тормошҡа ашырыу маҡсатында республика 400 миллион һум аҡса бүләсәк.

          Иван-Ҡыуалат ауылы халҡы "Реаль эштәр" проекты һәм урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында әүҙем ҡатнаша. Киләһе йылда улар мәктәп автобусы алырға һәм балалар майҙансығын ремонтларға ниәтләй.

  • Хыялдар тормошҡа аша